Рәшит ағай Шәкүр ундайҙарҙан түгел. Ул ай һайын килә, уның менән бер осрашыу – үҙе бер ғүмер. Рәшит Закир улы халҡыбыҙҙың мәңге бөтмәҫ ҙур хазиналары хаҡында иң күп белгән ғалим. Һүҙ – топонимика серҙәре хаҡында булыр. Ер-һыу атамалары эсенә әллә күпме сер һәм мәғлүмәт һыйған, Рәшит ағай шул серҙәрҙе ипләп кенә тағата һәм халыҡҡа еткерә. Әлеге мәлдә топонимика серҙәре хаҡында китап әҙерләй. Аҡҡа төшкән – юйылмай һәм онотолмай, тигән һымаҡ, Рәшит ағай бер яҙғас, ер-һыу исемдәре мәңгелектә урын ала. Юғиһә, боронғо исемдәрҙе онотоп, хәҙер килеп, үҙҙәренекен ҡушып, ошо хазиналарыбыҙҙы юҡҡа сығарырға теләүселәр ҙә табылып тора. Рәхмәт һеҙгә, Рәшит ағай, яҙмаларығыҙ өсөн! Һеҙҙән өр-яңы мәҡәләләр көтәбеҙ.