Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Декабрь 2019, 06:35

Марат Кәримов

Яҙыусылар союзында иҫәптә яҙыусылар ғына тормай. Унда башлап яҙыусылар исемлеге лә бар. Әйтергә кәрәк, ярайһы ғына оҙон. Тик шуныһы ҡыҙғаныс, йылдар үтеү менән уларҙың күптәре төшөп ҡала.

Яҙыусылар союзында иҫәптә яҙыусылар ғына тормай. Унда башлап яҙыусылар исемлеге лә бар. Әйтергә кәрәк, ярайһы ғына оҙон. Тик шуныһы ҡыҙғаныс, йылдар үтеү менән уларҙың күптәре төшөп ҡала. Таланттары самалы булғандары тип әйтмәйем, ысын таланттар ҙа юғалып ҡала.
Илленсе йылдарҙа ла башлап яҙыусылар байтаҡ ине. Бигерәк тә пединститут студенттары араһында. Пединститут тигәнем хәҙерге университет инде. Араларында Рифғәт Алғушаев менән Хәниф Сафаров үткер ҡәләмле булыуҙары менән ҡалғандарҙан бер башҡа айырылып торалар ине. Ҡәләмдәре генә түгел, үҙҙәре лә үткер ине. Шуға бер миҫал.
Филолог студенттарҙың иң яратҡан уҡытыусылары яҙыусы Әмир Чаныш ине. Уның лекцияларын тыңларға башҡа факультет студенттары ла килә торғайны. Бына шул атаҡлы уҡытыусыны көндәрҙән бер көн алыштырғандармы ни! Лекция тәгәрмәсе элеккесә шыма ғына әйләнмәй. Лекторыбыҙ һыу эсергә өҫтәлдәге графинға үрелеп ҡарай. Тик графин буш. Рифғәттең тәжрибәһе бар: кистән артыҡ “һалыусының” иртә менән башы ауыртыусан., тамағы кибеүсән. Уны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк. Шул саҡ ул түшәмгә етерлек итеп ҡул күтәрә. Әмир Чаныш күтәрелгән ҡулды күреп ҡала.
– Ни әйтергә теләйһең, Алғушаев?
– Ағай, һыу алып инәйемме?
– Бар, тиҙ йөрө, – тип Әмир Чаныш уға буш графинды тоттора.
Ул йылдарҙа пединститут алдында киоск бар ине. Рифғәт киоскынан ярты алып графинға бушата ла уны өҫтәлгә килтереп ҡуя. Әмир Чаныш шул “һыу”ҙы стаканға тултырғансы ҡойоп эсә башлай... һәм бер аҙға туҡтап ҡала. Унан студентына рәхмәтле ҡарап ала ла стаканды бөтөнләй бушатып ҡуя. Рифғәт йәнә ҡул күтәрә.
– Тағы ни әйтергә теләйһең, Алғушаев?
– Ағай, мин дә һыу эсәйем әле!
Ни тип яуап бирһен инде Әмир Чаныш.
– Ярар, эс, тик күп түгел, – тип рөхсәт итергә мәжбүр була.
Рифғәт Алғушаев менән бер өҫтәл артында ултырған дуҫы Хәниф Сафаров графинда ниндәй “һыу” булғанын нисек белмәһен инде. Ул да ҡул күтәрә.
– Ни әйтергә теләйһең, Сафаров?
– Ағай, мин дә һыу эсәйем әле!
Был егеттәр саманан сыға башланылар түгелме?
– Тик кенә ултыр, – тип ҡырт киҫә остаздары. – Тәнәфестә эсерһең.
Рифғәт Алғушаев. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан икенсерәк юл һайланы. Күпмелер йылдар үткәндән һуң бәләкәй ҡыҙын эйәртеп минең өйгә лә килеп сыҡты. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлеге тарихты ла иҫкә төшөрҙөҡ. Хәтирәләребеҙ Рәми тураһында ла булды. Улар яҡын дуҫтар ине тиһәм дә хата булмаҫ төҫлө. Ҡыҙыңдың исеме кем , тип һорағас, Хөббөниса, тине. Мин быны уның шаяртыуы тип ҡабул иттем. Юғиһә ул йылдарҙа балаларға “заманса” исемдәр ҡушалар ине. Ә бәлки, дөрөҫө шулай булғандыр. Шағир елгә ҡаршы төкөрөргә ярата ине. Бер нисә йыл элек ул Хәйбуллаға ҡайтып килгән Ҡәҙим Аралбаев артынан миңә үҙнәшер менән сығарған китабын ебәрҙе. Унда элекке шиғырҙары менән бергә яңылары ла бар ине. Арбанан бер төшөп ҡалғас, уны ҡыуып етеүе ҡыйындыр шул тип уйлап ҡуйҙым. Ә бәлки, ҡыуып етеп тә булмайҙыр.
Ә йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән Хәниф Сафаровты тормош йылмайып ҡаршы алманы. Үлгәс тә уның битендәге йылмайыуы шул килеш ҡалғандыр төҫлө. Йылмайыу уның күңеленең асылы ине...
Читайте нас: