Һеҙҙең ярҙам менән, мәғлүмәт сараларына таянып, беҙ йылдың төп ваҡиғаларын, лайыҡлы шәхестәрен, республика тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан күренештәрҙе һайлап алдыҡ. Шулай итеп, таныш булығыҙ: ЙЫЛ ПРОЕКТЫ!
“Башҡортостан” концерт залында йыл һайын шаулап-гөрләп, зал тулы тамашасылар йыйып, халҡыбыҙҙы рухландырып, моңландырып, уйландырып, сәмләндереп үткән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһенең финалы уҙҙы.
Быйылғы бәйгенең төп еңеүсеһе тип Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Гәлсәр һандуғас” проекты авторы Земфира Байбулдина танылды. Уға автомобиль алыу өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Земфираның сығышын күптәр күҙ йәштәрен йәшермәй тыңланы, уйландырҙы ла, моңландырҙы ла ул шиғри һүҙгә маһирлығы менән.
Бәйгенең “Тамашасылар һөйөүе” призын билдәле йырсы, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин яуланы. Уға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Әйткәндәй, Земфира менән Фәрүәз – яҡташтар, икеһе лә Ғафури таланттары.
Быйылғы конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды һәм, башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, унда тик профессиональ актер йәки режиссер һөнәренә эйә булыусылар үҙ-ара көс һынашты.
Үҙенсәлекле проекттың авторы һәм етәксеһе – Наилә Сәфәрғолова. Быйылғы бәйгене танылған сәхнә һәм телеэкран йондоҙҙары – Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Наилә Ғәләүетдинова һәм Флүрә Мурзина баһаланы.