Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Декабрь 2019, 11:35

Стәрлетамаҡ ҡалаһын хәҙер бик йыш иҫкә төшөрәсәктәр. Ҡаланың “Авангард” заводынан 30 “Камаз”лыҡ шартлатҡыс юғалған.

Завод ҡарамағандағы шартлатҡыстарҙы барлағандан һуң 276 тонна продукцияның юҡ булыуы асыҡланған. Завод элек дары етештереү менән шөғөлләнһә, хәҙер күберәк мөҙҙәте сыҡҡан снарядтарҙы үтилләштерә.

Завод ҡарамағандағы шартлатҡыстарҙы барлағандан һуң 276 тонна продукцияның юҡ булыуы асыҡланған. Завод элек дары етештереү менән шөғөлләнһә, хәҙер күберәк мөҙҙәте сыҡҡан снарядтарҙы үтилләштерә.
Хәрби комплекс көрсөккә терәлгән ике меңенсе йылдарҙа “Авангард” бөлгөнлөккә дусар ителде, коллектив тарҡалды, предприятиела көсөргәнешлек юғары кимәлгә күтәрелде.
Һуңғы йылдарҙа аҙмы-күпме заказдар булғас, заводта хәлдәр көйләнде. Ләкин, үкенескә ҡаршы, 276 тонна шартлатҡыстың юғалыуы заводта хәлдәрҙең бик үк көйлө булмауы хаҡында һөйләй.
Былтыр Өфөлә бер ир шартлатҡыс һатҡан ваҡытта тотола, тикшереү эштәре башлана. Ул үҙенең шартлатҡысы өсөн 2500 һум һораған.
276 тонна шартлатҡысты ваҡлап һатып булмай, ул йылғала балыҡ шартлатыу өсөн дә кәрәкмәй. Был хәл күптәрҙе хафаланырға мәжбүр итә. Сөнки юҡ булған продукцияның кемдәр ҡулына барып эләгеүе хаҡында мәғлүмәттәр юҡ.
Фото: www.vedomosti.ru
Читайте нас: