Бик тырышып фельетон яҙҙым да «һәнәк»кә ебәрергә булдым. Шунда миңә журналдың бүлек мөдире Марат Кәримовҡа хат яҙырға тура килде. Хатты нисегерәк башларға һуң? «Марат Кәримов» тип кенә ҡуйһаң, бик ҡоро килеп сыға. «Иптәш» тиһәң, тағы әллә нисек. Ә «ағай» тиергә бөтөнләй ҙә ярамай. Бала-саға итеп кенә ҡараясаҡ.
Уйлап-уйлап ултырҙым да ахырҙа яҙып ҡуйҙым: «Иптәш Марат дуҫ Кәримов ағай!»
Минеңсә, был бик дөрөҫ. Сөнки Марат Кәримов миңә иптәш тә, дуҫ та, ағай ҙа бит.