Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Декабрь 2019, 13:00

Ғәлим Хисамов Мортаза Рәхимов хаҡында романын яҙып бөткән. Аллаһ бойорһа, әҫәр “Ағиҙел” биттәрендә киләһе йылда донъя күрәсәк.

Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡыуаныс тойғоһо кисерҙе. Шатланмаҫлыҡ түгел, яҙыусыларыбыҙ бар, улар заман һулышын тоя, уҡыусыларыбыҙҙы өр-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып тора. Иншаллаһ, редакция ҡарамағында бөгөн бер түгел, дүрт роман донъяға сығыуға сират көтә. 1-се һандан АҠШ-та йәшәп, ижад итеүсе Фәниҙә Исхаҡованың романын тәҡдим итһәк, артабан

Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡыуаныс тойғоһо кисерҙе. Шатланмаҫлыҡ түгел, яҙыусыларыбыҙ бар, улар заман һулышын тоя, уҡыусыларыбыҙҙы өр-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып тора. Иншаллаһ, редакция ҡарамағында бөгөн бер түгел, дүрт роман донъяға сығыуға сират көтә. 1-се һандан АҠШ-та йәшәп, ижад итеүсе Фәниҙә Исхаҡованың романын тәҡдим итһәк, артабан Ғәлим Хисамов, Мирас Иҙелбаев, Ринат Камал әҫәрҙәре уҡыусыларға тәҡдим ителергә әҙер.
Ирекһеҙҙән мәрхүм Рауил Бикбаев иҫкә төшә. Ул килгән һайын: “Яҙыусылар яҙамы, әҙәби процесс барамы?” – тип ҡыҙыҡһына торғайны. Яҙыусыларыбыҙ яҙа, улар редакцияға килә, яңы әҫәрҙәрен тәҡдим итә.
Киләсәктә лә шулай булһын ине. Ай һайын осрашып торайыҡ!
Матбуғатҡа яҙылыуға һынаулы ғына көндәр ҡалып бара. Әгәр үҙегеҙ уҡымаһағыҙ, яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға яҙылып, гәзит-журнал бүләк итегеҙ!
Читайте нас: