Һеҙҙең ярҙам менән, мәғлүмәт сараларына таянып, беҙ йылдың төп ваҡиғаларын, лайыҡлы шәхестәрен, республика тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан күренештәрҙе һайлап алдыҡ. Шулай итеп, таныш булығыҙ: ЙЫЛ КИТАБЫ!
Билдәле журналистар Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналында донъя күргән очерктарынан, интервьюларынан, мәҡәләләренән тупланған китап “Урал” мәрхәмәтлек фонды ярҙамында нәшер ителде һәм тиҙ арала таралып бөттө.
“Әҙип тормошо” рубрикаһы менән сыҡҡан әңгәмәләр бөгөн дә, киләсәктә лә журналист һөнәре һымаҡ ауыр профессияны һайлағандарға, һис шикһеҙ, өҫтәл китабы булырлыҡ. Үкенескә ҡаршы, ҡәләмдәшебеҙ Нияз Мәһәҙиев, йыйынтыҡ донъя күрер алдынан ғына, ҡапыл вафат булды. Үҙенсәлекле ҡәләм оҫтаһы ошо йыл китабы уҡыусыларына барып етһен өсөн барыһын да эшләне һәм әллә күпме ижади пландарын ҡалдырып, арабыҙҙан китте.