Ҡала тормошо нескә күңелемә
Күпме һағыш һалған, ғазаптар...
Ҡала өсөн күңел яралмаған,
Тау башына мендем. Елдәр иҫә.
Башҡайҙарҙа мең-мең уйҙар бар...
Осоп китһен, әйҙә, бөтә уйҙар!
Ҡалһын бары һиллек күңелемдә,
Мәңге һүнмәҫ осҡон күҙҙәрҙә.
Ғазаптарым мине йотор ине,
Килмәй ҡалған булһам әгәр ҙә...