Әгәр XXI быуат башындағы башҡорт журналистикаһын байҡай башлаһаҡ, мәғлүмәт яланында иң тәүгеләрҙән булып Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай исеме ҡалҡып сығыр. 15 йылға яҡын “Киске Өфө” гәзитендә яңғыратып эшләүе, һуңғы биш йылда “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡарыуы, заман талап иткән рубрикалар менән очерктар яҙыуы эҙһеҙ үтмәне, тиҫтәләрсә китап сыҡты, ижад донъяһында үҙ стиле барлыҡҡа килде. Ҡәләмдәшебеҙ журналистика һымаҡ ауыр һәм ҡатмарлы һөнәрҙең көнлөксөһө түгел, ижад эшенең ойоштороусыһы, йылъяҙмасыһы һәм оҫтаһы. Гәзит-журналға көндәлек хеҙмәттән тыш күпме повесть, хикәйә, шиғыр яҙылған, күпме юлдар үтелгән, яҙмыштар хәл ителгән. Әхмәр Үтәбай ғазаплы һәм аҙаплы ижади эҙләнеү юлында. Алда күпме осрашыуҙар, яҙмыштар көтә. Ҡәләмеңдән ҡыуан, ҡәләмдәш!