Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2019, 15:00

Абруй-рейтинг тәҡдим итә: Йыл өмөтө!

Йыл өмөтө

Ҡотҡар мине!
Ҡотҡар үҙемдән...
Йәштәр аҡһын
Әйҙә күҙемдән...
Ҡотҡар "Ҡотҡар"
Тигән һүҙемдән...
Ҡотҡар!Ҡотҡар
Мине үҙемдән...
Үҙ-үҙенән ҡотҡарыуҙы үтенгән шағирҙың исеме кем тип һорарһығыҙ? Һуң, үҙ-үҙеңдән ҡотолоп буламы икән? Ҡыҙыҡ үтенес, әйтер инек пародоксаль...
Быны аңлар өсөн Белорет районының Йөйәк ауылы ҡыҙы Динә Солтанованың “Йәштәр тауышы” серияһында 2019 йылда донъя күргән “Һиңә” тигән шиғыр китабын уҡыу ҙа етә. 2018 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзында ойошторолған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе”ндә уның был ҡулъяҙмаһы барыбыҙҙы ла һиҫкәндереп ебәргәйне. “Йыл өмөтө” номинацияһында – Динә Солтанова, уға 21 йәш.
Читайте нас: