Йыл ғалимы – Луиза Кирәева!
Быға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп юғары уҡыу йортонда эшләгән фән кандидаты Луиза Кирәеваның баш ҡалабыҙға күсеп килде һәм журналыбыҙға әүҙем яҙыша ла башланы. Уның ғилми мәҡәләләре әҙәби әҫәр һымаҡ яңыса ҡабул ителә. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләренең дә төрлөләре була: күпселеге, асылда, әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләүгә, идея-тематик йүнәлешен билдәләүгә, ыңғай һәм кире геройҙарҙы барлауға ҡорола.
Луиза иһә методология мәсьәләһенә өр-яңыса килә, йәғни әҙәби әҫәр туҡымаһын замандың һәм кешелектең иң һуңғы ғилми асыштары күҙлегенән ҡарап ҡыйыу рәүештә баһалай. Төрлө йылдарҙа айырым китаптарҙа, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре шул хаҡта һөйләй. Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған “Ағиҙел” журналының махсус һанында баҫылған “Мәңгелеккә күпер һалғанда” мәҡәләһе яҙыусы хаҡында әйтелгән төп һүҙҙәрҙең береһе булды.