Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2019, 11:50

Һөйөнсө! Китабым сыҡты! Һуңлап булһа ла, хатамды төҙәтергә ҡарар иттем.

Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә компакт-диск форматында китабым сыҡты. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, хәҙер пьеса һорап килһәләр, “Китап”тың фирма магазинына (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2. т.: 277-72-02) ебәрәм инде.

Ошо бәләкәй генә түңәрәк эсенә 20-ләп пьеса һыйған. Быға тиклем китапҡа битараф инем, хәҙер, аҡрынлап, хатамды төҙәтәм. Әле генә Татарстандың Киров өлгөлө халыҡ театрынан шылтыраттылар. “Гүргә инер сер ине” исемле пьесам гран-при яулаған! Үҙемде лә саҡырһалар ни булған инде! Кировты күреп ҡайтыр инек.
Ә “Китап”та сыҡҡаны Яңы йылға һеҙгә бүләк булһын.