Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2019, 07:15

Ҡуйын дәфтәре...

– Кем тыңлай?– Рядовой Самец!– Ниңә мине шаяртаһың? Трубканы напарнигыңа бир әле. Кем тыңлай?– Рядовой Бугай!Командующий тамам сығырынан сыға:

Һуңғы йылдарҙа Россия менән Украина араһы боҙолоп тора. Ҡыҙғаныс күренеш, әлбиттә, башҡа һыймаған күренеш. Ә бит заманында араларға ел дә үтерлек түгел ине кеүек. Ни генә тимәһендәр, халыҡтар дуҫлығы бар ине ул ваҡытта. Мәҫәлән, армияла хеҙмәт иткәндә беҙҙең полктың яртыһы тип әйтерлек Львов, Иван Франко, Ужгород өлкәләренән алынған һалдаттар ине. Тыңлаусан, асыҡ күңелле егеттәр ине улар. Һалдат тормошо кешене туғанлаштыра, берләштерә, дуҫлаштыра бит ул. Минең дә дуҫтар күп ине улар араһында. Дөрөҫ, ҡай саҡта фамилияларынан көлә торғайныҡ, шаярып, әлбиттә. Бына шул фамилиялар арҡаһында килеп тыуған бер мәрәкәле хәл. Элемтә коммутаторын ике украин егете хеҙмәтләндерә ине. Бер көн дивизияның артиллерия командующийе шылтырата.
– Кем тыңлай?
– Рядовой Самец!
– Ниңә мине шаяртаһың? Трубканы напарнигыңа бир әле. Кем тыңлай?
– Рядовой Бугай!
Командующий тамам сығырынан сыға:
– Тапҡанһығыҙ шаяртыр кеше. Командирығыҙға әйтегеҙ, мин һеҙгә сираттан тыш икешәр наряд бирәм!
Аҙаҡ телефонистарҙың үҙ фамилиялары шулай икәнлеге асыҡланғас, артиллерия командующийы биргән нарядтарын кире ала.
Әле уйлап ҡуям: был уҙған быуаттың урталарында булған хәл. Хәҙерге Украина икенсе Украина. Унда, бигерәк тә Львов яҡтарында Мәскәүҙе күрә алмаған Степан Бандера шәүләһе яңынан ҡалҡып сыҡмаҡсы. Әлеге бергә хеҙмәт иткән егеттәр, иҫән ҡалғандары хәҙер бабайҙар инде, был мөхиттә ниндәй яҡты һайлағандар икән? Армияла ҡандарына һеңгән милләт-ара дуҫлыҡ иммунитеты барыбер үҙ көсөндә ҡалғандыр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: