Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2019, 07:30

Моңһоҙ йәшәү

Мәскәү метроһынан үткән саҡта бер яҡ ситкәрәк баҫҡан ялбыр сал сәсле скрипкасыны тап иттем...

Мәскәү метроһынан үткән саҡта бер яҡ ситкәрәк баҫҡан ялбыр сал сәсле скрипкасыны тап иттем. Ҡаҡса буйлы, ябай урам музыкантына шыпа ла оҡшамаған зыялы ҡиәфәтле ир ҡатмарлы классик әҫәрҙе еренә еткереп, оҫта итеп башҡарҙы. Йәмрәй йөҙлө, сиңерткә сиреүендәй ябырылышып, йыбырлашып унда-бында үткән-һүткәндәр уға ҡарамай, иғтибар ҙа итмәй ҡайҙалыр ашығалар, исмаһам берәйһе бер аҙға ғына янында туҡталып уйнауға ҡолаҡ һалһасы, моңға тартылһасы. Юҡ! Аҙаҡтан метрола донъя кимәлендә бик билдәле скрипкасының сығыш яһауын ишеттем. Бәлки, теге саҡ күргән музыкантым ул булғандыр, кем белә...
Яңы йыл алдынан гитарасы егет көн ағышында, өс-дүрт сәғәт самаһы супермаркет алдында йырлап торҙо. Бында ла шул, Мәскәүҙәге хәл....
Күңелһеҙ һығымтаға килдем: ҡулланыусылар һәм аҡса ҡолдары менән тулған йәмғ-иәттә йәшәп ятабыҙ икән дә баһа. Һәммәһен тамаҡ туйҙырыу уйы ғына ҡыуа икән унда-бында, уларҙы матурлыҡ, нескәлек, моң йәлеп итмәй. Күҙ тоноп матди килемгә табыныуҙы, аңһыҙ хайуан ише өҙлөкһөҙ тамаҡ артынан сабыуҙы бер ниндәй ҙә әхлаҡ ҡалыптар-ына, рухи сиктәргә һыйҙырып булмай! Юғарыға, камиллыҡҡа ынтылыу, нәфислек тыуҙырыу, үҙенән аҙаҡ яҡты эҙ ҡалдырыу әҙәм балаһының төп тормош ҡануны түгелме ни?!.
Читайте нас: