Башҡортостанда һәм Татарстанда бөгөн иң популяр драматургтарҙың береһе Салауат Әбүзәр үҙенең “Бомба”һы (Режиссеры - Фирғәт Ғарипов) менән беҙҙең тормошобоҙҙа йыш осрап торған күренештәрҙе шартлата һәм ҡаты хөкөмгә дусар итә. Комедияла күтәрелгән мәсьәләләр беҙҙең тормошобоҙ менән ауаздаш, беҙ уның уртаһында ҡайнайбыҙ, көн һайын күрәбеҙ һәм түҙеп йәшәйбеҙ. Тимәк, беҙҙең өндәшмәүебеҙ арҡаһында ғына ошо етешһеҙлектәр йәшәй һәм тормошобоҙҙо боҙа. Салауат Әбүзәрҙең үҙенсәлеге шунда – ул тормошто үтәнән-үтә күрә, күргәндәрен халыҡ хөкөмөнә сығара һәм фашлай.