Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2019, 13:50

Башҡорт теле

14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Салауат ӘБҮЗӘР
ТУҒАН ТЕЛ
Халҡым теле миңә – халҡым түле,
Халыҡ үле теле булмаһа.
Үлем килгәндә лә телеңде бел –
Кеше булыуыңа шул баһа!
Туған телем – нурға тулған телем,
Моңдан торған телем!
Рухыбыҙға – дауа, йәнебеҙгә
Һауа булған телем!