Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2019, 12:05

Абруй-рейтинг тәҡдим итә: ЙЫЛ ОЛАТАЙЫ.

ЙЫЛ ОЛАТАЙЫ.

“Йыл олатайы” исеменә лайыҡ булған милләттәшебеҙ күптәргә таныш – Рамазан Нурғәле улы Ҡотошов. Ул яңы ғына үҙенең 95 йәшлек юбилейын “Ҡарайған” исемле тарихи-публицистик китап менән ҡаршы алды. Яҡташтары ветеран-журналистың асыштарын ҡыуанып уҡый. Яугир Бөйөк Ватан һуғышында ике тапҡыр яралана, маршал Жуков менән бергә Берлинды яулауҙа ҡатнаша, орден-миҙалдар тағып, подполковник дәрәжәһендә тыуған яғына ҡайта. Төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй, философияфәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Тормош иптәше Ғәлиә апай менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Ҡыҙҙары Асия Тимербулатова үҙе лә фән кандидаты. Ә ветерандың ейәндәре Мәхмүт Вил улы менән Шамил Вил улы Тимербулатовтар – фән докторҙары, “алтын скальпель” хужалары, оҫта хирургтар. Рамазан Нурғәле улының тағы бер ейәне Заһир Ҡотошов докторлыҡ диссерсацияһы яҙа. Донъя шулай ҡоролған, бөркөттән һәр ваҡыт бөркөттәр ярала, 95 йәштә китап ижад итеп, ҡыҙың-улдарың, ейәндәрең еңеүҙәренә ҡыуанып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән?
Читайте нас: