Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2019, 12:10

Абруй-рейтинг тәҡдим итә: ЙЫЛ ӨЛӘСӘЙЕ.

ЙЫЛ ӨЛӘСӘЙЕ.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова һымаҡ өләсәйҙәр арабыҙҙа күберәк булһа, беҙҙең еңеүҙәребеҙ ҙә йышыраҡ, шатлыҡтарыбыҙ ҙа күберәк яңғырар ине. Ул Йөйәк мәктәбен, Белорет педучилищеһын, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай, артабан 1991 йылда Юғары Советҡа депутат итеп һайлана һәм 2008 йылға тиклем эшмәкәрлеген халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға арнай. Депутаттар араһында иң ябай һәм ярҙамсылдарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа күпселек ваҡытын йәмәғәт эшмәкәрлегенә бағышлай, шағирә булараҡ бер-бер атлы китаптар сығара. Бөгөн ул 15-ләп китап авторы, танылған шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты, 2012 йылдан Башҡорт википедияһының әүҙем мөхәррире. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ҡатнашырға өлгөрә. Социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр алып бара, улар араһында дингә бағышланғандары ла бар; милли матбуғатҡа даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, Википедия проекттарын тулыландырыша.
Һәҙиә Дәүләшина исемендәге премия өсөн бирелгән аҡсаны ҡәләмдәштәре араһында бәйге ойоштороп, еңеүселәргә тулыһынса бүлеп биреүе лә күпте һөйләй. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы иң заманса өләсәй булараҡ интернеттан башҡа, үҙенең тормошон күҙ алдына ла килтермәй. Ул һәр ваҡыт бәйләнештә, иң мөһим кәңәштәрҙе лә ул бирә. Шундай өлгөлө ҡатын йыл өләсәйе булырға лайыҡ түгелме ни?
Читайте нас: