Ғәлим Хисамов
Рәшит Солтангәрәев лаҡаптары араһында шундайы ла бар. Имеш, прозаиктарҙың күпме ваҡыт эсендә роман яҙыуҙарын һорашалар икән. Яныбай Хамматов – 10, Ноғман Мусин – 5, Динис Бүләков – 3, Рәшит Солтангәрәев үҙе 2 йылда роман тамамлай икән. Сират Ғәлим Хисамовҡа килеп еткәс, ул...
–Мин яҙҙым инде – тип яуап биргән, имеш.
Һәр бер лаҡапта шаштырыу ҙа, шаяртыу ҙа була. Әммә быныһында яҙыусы Ғәлим Хисамовҡа ҡағылғаны нәҡ унлыҡҡа тейгән. Ни өсөн тигәндә быйыл ғына “Ағиҙел”дә уның Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған бер түгел ике романы баҫылды. Улар: “Шаҡай бураны” һәм “Шаҡай бураны-2. Башкирпомощь”. Бынан тыш әле авторҙың Башҡортостандың 1-се Президенты хаҡында “Мортаза Рәхимов” тураһында роман яҙыуы билдәле булды. Ана шундай ул күренекле яҙыусыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүдәт премияһы лауреты Ғәлим Афзал улы Хисамов.