Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Декабрь 2019, 06:05

китап юҡҡа сыҡмаясаҡ

Бер мәл шағир Риф Тойғон тынысһыҙ сит ҡалала ете төн уртаһында яңғыҙ тороп ҡалған да, кемдең артынан эйәрергә белмәгән...

Бер мәл шағир Риф Тойғон тынысһыҙ сит ҡалала ете төн уртаһында яңғыҙ тороп ҡалғанда, кемдең артынан эйәрергә белмәгәнендә, ҡулында китап булғанының артынан китеп яңылышмауы хаҡында яҙып үткәйне. “Ҡулында китап булғас, моғайын да, насар кеше түгелдер әле” тип уйлаған ул. Тап шуның кеүек, хәҙерге заманда ниндәй генә ижтимағи-сәйәси, әҙәби-мәҙәни саралар үткәрелмәһен, нигеҙендә китап булғаны иң зауыҡлыһылыр, ҡыҙыҡлыһылыр, файҙалыһылыр тип уйланыла. Әңгәмәбеҙ Белорет Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Мөхәмәҙиев Рәшит Ғосман улы менән ҡалала һәм районда китапхана ойошторған саралар хаҡында булыр.
Читайте нас: