Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Декабрь 2019, 13:25

Абруй-рейтинг тәҡдим итә: ЙЫЛ ҒОРУРЛЫҒЫ.

ЙЫЛ ҒОРУРЛЫҒЫ.

БЕҘ – МОСТАЙЛЫ ХАЛЫҠ!
Республикабыҙ халҡы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итте. Саралар башҡорттар йәшәгән, совет әҙәбиәтен уҡыған донъяның һәр төбәгендә үтте, тип әйтергә була.
Өфөләге төп саралар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында барҙы. Ул башта рәсми вәкилдәр, шағирҙың балалары менән Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды, митингыла сығыш яһаны. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй төбәктәренән килгән әҙәбиәтселәр, ғалимдар, шағирҙар, әҙиптең ижадын яратыусылар, йыйылған бар халыҡ олуғ әҙипкә хөрмәтен белдерҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы байрамы “Торатау” конгресс-холында дауам итте. Халыҡ бик күп йыйылды.
Рәсәй Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе Владимир Толстой Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Ҡаҙағстандың дәүләт секретары Крымбек Кушербаев Ҡаҙағстан Президенты Касым-Жомарт Токаевтың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Артабан Саида Медведеваның “Мостай” фильмы тәҡдим ителде.
Юбилей саралары шағирҙың тыуған яғында – Шишмә районының Келәш ауылында ла үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мостай Кәрим фонды директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов, төрлө илдәрҙән ҡунаҡтар, шиғриәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Читайте нас: