Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмы Рәсәйҙә үткән кино сәнғәте бәйгеләрендә бик күп номинацияларҙа еңеү яуланы. Ул Ҡырымда “Артектың алһыу елкәндәре” халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә лә ҡатнашты. Төп ролде башҡарған 9 йәшлек Марта Тимофеева иһә “Иң яҡшы актриса ҡыҙ” номинацияһында бүләкләнде.
Хәрби драма Белорет районы Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн декораторҙар 40-сы йылдарҙағы йорттарҙың тура күсермәһен файҙаланған. Картиналар уҙған быуат ваҡиғаларына тура килтерелгән. "Һеңлекәш" фильмы Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Ул башҡорт, рус, украин телдәрендә төшөрөлгән. Шуға ла прокат Рәсәй кинотеатрҙары менән генә сикләнмәйәсәк.