“...Балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм уҡытыуҙы нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ. Тағы ла бер фекер бар, кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек. Шуны ла әйтергә уйлайым, һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!”