Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Декабрь 2019, 16:50

Абруй-рейтинг тәҡдим итә: БЫУАТ ВАҠИҒАҺЫ. БАШҠОРТ КИТАБЫ.

Һеҙҙең ярҙам менән, мәғлүмәт сараларына таянып, беҙ йылдың төп ваҡиғаларын, лайыҡлы шәхестәрен, республика тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан күренештәрҙе һайлап алдыҡ. Шулай итеп, таныш булығыҙ: БЫУАТ ВАҠИҒАҺЫ. БАШҠОРТ КИТАБЫ.

Быйыл Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең эшләй башлауына 100 йыл тула. Әгәр халҡыбыҙ өсөн үткән быуаттың иң төп ваҡиғаһы булып нимә тора, тип һораһалар, беҙ ысын күңелдән: “Китап”, – тип әйтә алабыҙ. Дөрөҫ, үткән быуаттарҙа ла китаптар сыҡҡан, башҡорт халҡы араһында мәғрифәт емештәрен таратҡан. Ләкин улар боронғо төрки графикаһында нәшер ителгән һәм уҡыу, аңлау өсөн махсус әҙерлек талап иткән. Бынан 100 йыл элек хәҙерге Рәсәй киңлектәрендәге Федерация составында Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе, башҡорт халҡының үҙ яҙмаһы нигеҙендә тәүге китаптарҙың сығыуы, мәҙәниәттең үҫеүе, ауыҙ-тел ижадының һаҡланыуы, беҙҙең уйыбыҙса, быуат ваҡиғаһына торорлоҡ.
Читайте нас: