Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Декабрь 2019, 15:45

Абруй-рейтинг. Йыл ҡайтыуы.

Абруй-рейтинг тәҡдим итә: ЙЫЛ ҠАЙТЫУЫ.Бынан бер нисә аҙна элек “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары сайттары ҡулланыусыларына үтеп барған йылда республика тормошонда булып үткән мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиғаларҙы барларға тәҡдим иткәйнек. 2019 йыл сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәйәсәт, сәнәғәт, тарих өлкәһендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға һәм күренештәргә бай булды.Һеҙҙең ярҙам менән, мәғлүмәт сараларына таянып, беҙ йылдың төп ваҡиғаларын, лайыҡлы шәхестәрен, республика тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан күренештәрҙе һайлап алдыҡ. Шулай итеп, таныш булығыҙ: ЙЫЛ ҠАЙТЫУЫ.

Йыл ҡайтыуы.
Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл.
Башҡортостан автономияһын төҙөүҙә иң алғы сафта йөрөгән,
Әхмәтзәки Вәлидиҙең уң ҡулы, дәүләт сәркәтибе, мәшһүр шағирыбыҙ
Шәйехзада Бабич үҙенең "Ғәскәр доғаһы" тигән шиғырын түбәндәге
юлдар менән тамамлай:
Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,
Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә Шәйехзада Бабичтың вафатына ла – 100 йыл. Быға тиклем беҙ Бабичтың бер нисә тапҡыр "үлтерелеүе" хаҡында белә инек. Тәүгеһе - физик үлтерелеүе 1919 йылдың 28 мартында булһа, унан һуңғы йылдарҙа ул тағы ла күп тапҡырҙар тыйыла, исеме китаптарҙан алып ташланыла, туғандары, көрәштәштәре сәйәси золомға дусар була. Әммә халыҡ йөрәген, халыҡ хәтерен үлтереү, уның юҡ итеү мөмкин түгел: 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башланған көндө бөйөк шағирыбыҙ арабыҙға әйләнеп ҡайтты, З.Вәлиди һәм М.Ғафури урамдары сатында уның ҡорос һыны ҡалҡты.
Читайте нас: