Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Декабрь 2019, 18:50

Рәхмәтлемен!

Дәүләтебеҙҙең һәм милләтебеҙҙең оло наградаһы — "Салауат Юлаев" ордены тапшырылыуы айҡанлы бик күп кешеләрҙән ҡотлау һүҙҙәрен алдым. Ихлас һүҙҙәрегеҙ өсөн оло рәхмәт милләттәштәрем, дуҫтарым, коллегаларым, яҡташтарым! Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙҙе лә ҡыуандырһын!

"Орден"дың, награданан тыш, тағы ла бик күп мәғәнә-аңлатмалары бар икән. Шуларҙың береһе: "Дөйөм маҡсатлы, айырым йәшәү ҡағиҙәһе булған ойошма, кешеләр берҙәмлеге..." Беҙҙеңсә әйткәндә, команда. Мине батырыбыҙ Салауат Юлаев командаһына индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә, Яҙыусылар союзына, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына, Мәҙәниәт министрлығына, "Ағиҙел" журналы коллективына айырым рәхмәтлемен.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.