Ағиҙел
-4 °С
Облачно
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабря 2019, 05:25
Таңһылыу Ҡарамышева
Күк юлынан был көҙҙө ләАлып китте торналар.Ваҡыт уҙғанын аңлатмай,Их, саҡ ҡына торһалар!
Добавить в предпочтительные источники Google
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Торналар
Күк юлынан был көҙҙө лә
Алып китте торналар.
Ваҡыт уҙғанын аңлатмай,
Их, саҡ ҡына торһалар!
Торналарҙай торҡолданы,
Иләҫләнде күңелем.
Торна түгел, үтте ләһә
Йәнә лә бер миҙгелем!
Эй бәндәүи кисерештәр...
Торҡолда, кейек торнам!
Һулҡылда ни, һулҡылдама, –
Донъя торғансы тормам!
Бер миңәме, ана лаһа
Тором юҡ торнаға ла,
Бейек осмаған сағында,
Торыйҡ, тип тормаһа ла!
Мәңге йәшәрҙәй булабыҙ,
Күктәр аяҙ торһалар.
Йәнгә татлы торҡолдағын
Биреп китә торналар...
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"