Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2019, 15:25

Рухты уятыр театр

Мәжит ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллығын билдәләне. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған тантаналы кисәгә мәҙәни йәмәғәтселек, театр дуҫтары йыйылды.

Рухты уятыр театр
Мәжит ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллығын билдәләне. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған тантаналы кисәгә мәҙәни йәмәғәтселек, театр дуҫтары йыйылды.
Фойела ХХ быуат башындағы ревоюция мөхите булдырылғайны. Ҡыҙылармеецтар, матростар, йәнлек тиреһенән тегелгән пальто кейгән сибәркәйҙәр тамашасылар менән фотоға төштө, бала-саға листовкалар тотоп тегеләй-былай йүгергеләне. Икенсе ҡатта театр оркестры уйнаны. Ике залда Башҡортостандың театр сәнғәте тарихына арналған күргәҙмәләр эшләне.
Республика Башлығы Радий Хәбиров театрҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлап: “Республиканың 100 йыллығында беҙ Башҡортостандың театр сәнғәте флагманы, күп милләтле республикабыҙҙың ғорурлығы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилейын билдәләйбеҙ. Бер быуат эсендә бында тиҫтәләрсә һоҡланғыс спектакль сәхнәләштерелгән, улар республиканың ғына түгел, илебеҙҙең театр сәнғәтенең алтын фондына ингән. Һеҙҙең театрҙа арҙаҡлы режиссерҙар, актерҙар һәм рассамдар хеҙмәт итте һәм әле лә хеҙмәт итә. Бөгөн Башҡорт драма театры – Рәсәйҙә бер быуатлыҡ тарихҡа эйә профессиональ театрҙарҙың береһе – “академия” тигән юғары исемде намыҫ менән йөрөтә. Һеҙ башҡорт халҡының туған телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлайһығыҙ”, – тине.
Радий Хәбиров театр хеҙмәткәрҙәрен ордендар һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне. Илдар Ғүмәровҡа, Илдар Сәйетовҡа, Илһөйәр Ғәзетдиноваға – “Дуҫлыҡ”, Хөрмәтулла Үтәшевҡа “Салауат Юлаев” ордены тапшырҙы. Композитор, театрҙың музыкаль бүлеге мөдире Урал Иҙелбаев һәм актриса Эльвира Юнысова “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” билдәһе менән бүләкләнде. Гөлнара Әмироваға, Ирек Булатовҡа, Алһыу Ғәлинаға – “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, актер һәм режиссер Фирҙәт Ғариповҡа, актерҙар Римма Ҡаһармановаға, Артур Ҡунаҡбаевҡа, Руслан Хайсаровҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова, тегеү цехы етәксеһе Ия Стародумова һәм театр директоры Иршат Фәйзуллин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығы театрҙың 100 йыллығына яңы автобус бүләк итте, театр коллективы менән иҫтәлекле фотоға төштө.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Мостай Кәрим исемендәге фондтың ҡотлау телеграммалары уҡып ишеттерелде, экранда Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың видеоҡотлауы күрһәтелде.
Театрҙы тәбрикләү күркәм концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Читайте нас в