Ҡыуаныслы хәбәр килтергән һымаҡ, ағайыбыҙ ҡыйыу атлап, йүгереп, тигәндәй, килеп инде. Ысынлап та, хәбәре ҡыуаныслы һәм ул бөтәбеҙгә лә ҡағыла икән. Хәтерләйһегеҙме икән, бер нисә йыл элек “Ағиҙел”дә “Иҙел-йорт” исемле тарихи романы донъя күргәйне. Әҙәбиәт яратыусылар әҫәрҙе ҡыуанып ҡабул итте. Мирас Хәмзә улы романдың икенсе китабын яҙған һәм уны “Ағиҙел” уҡыусыларына тәҡдим итә. Ғалим ағайыбыҙҙың эш араһында юҡ ваҡытын бар итеп әллә күпме тарихи материалдар өйрәнеп, өр-яңы тарихи роман яҙыуы үҙе иғтибарға лайыҡ. Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры Мирас Иҙелбаев әле лә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, беҙҙе өр-яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып тора.