Бер мәл шулай ең һыҙғанып яҙыусылыҡ эшенә тотондом. Көндәрен генә түгел, төндәрен дә яҙышып үткәрҙем. Ултыра торғас, төнгө өстәр етә. Әсәйем уяна ла:
— Ниңә һаман ятмайһың, төн убыры! — тип әрләй башлай. — Нишләп ултыраһың?
Ә мин, уны тынысландырыр өсөн, алдайым:
– Мәсьәлә сыҡмай, бик ауырын биргәндәр, — тим, өй эштәрен көндөҙ үк эшләп ҡуйһам да. — Бер аҙ ултырайым инде. Ун ике лә тулмаған бит әле.
— Ярар, улайһа, — ти. Аңламай минең хәйләне! Ә ул бик ябай ғына: сәғәттең уҡтарын артҡа күсереп ҡуям.
Әсәйем йоҡлап китә, мин яҙыуымды дауам итәм. Шулай яҙа торғас, бер айҙа повесть драма, поэма һәм әллә күпме хикәйә, шиғыр әтмәләп ташлағанмын. Инде эш бик аҙҙа — яҙыусыларға күрһәтәһе лә баҫтырып сығараһы ғына!
Шундай уй менән, яҙғандарымды тоҡсайға һалып, Өфөгә юл тоттом. Бына мин башҡала үҙәгендәге оло йорттоң дүртенсе ҡатына менеп еттем. «Яҙыусылар союзы» тигән яҙыу ҡуйылған ишекте астым. Әҙәби консультант булып эшләүсе Әсғәт Мирзаһитов ағай асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды:
— Әйҙә, туған, уҙ. Йә, ни йомош?
Тартынып ҡына, ҡулъяҙмаларымды уға һондом.
— Тә-әк, — тине Әсғәт ағай, «әҫәр»ҙәргә күҙ йүгертеп. — Улай икән... — һәм ҡапыл һорап ҡуйҙы: — һиңә нисә йәш һуң әле?
Нимә тиергә белмәнем. Дөрөҫөн әйтһәм, ун ике йәшлек яҙыусының башы ни ҙә эше ни тип кенә уйлаясаҡ. Шуға күрә тоттом да:
Әсғәт ағай, ышанырғамы, юҡмы тигәндәй, башын сайҡап торҙо ла:
— Ай-Һай, ҡустым, йәшһең икән әле, — тине. — Яңынан ун ете йыл йәшәмәйенсә яҡшы әҫәр яҙыу мөмкин дә түгел. Тә-әк.. Унан повестан түгел, ә бәләкәйерәктән, әйтәйек, хикәйәнән башларға кәрәк. Тәүҙә бит төҙөүсе лә бәләкәй ағас өйҙәр һала, унан һуң ғына таш йорттар төҙөүгә күсә.
Яҙыусылар союзына тейәп килгән йөгөмдө күтәреп ҡайтып киттем. Ә икенсе йылды, Әсғәт ағайҙың кәңәше буйынса, хикәйәләр, шиғырҙар алып килдем. Әммә был юлы ла ярап булманы уға.
— Тә-әк, туған, ҡыҫҡараҡ яҙ, ҡыҫҡараҡ, — тип ебәрҙе.
Шунан миниатюралар яҙа башланым һәм быйыл бына уларҙы тотоп йәнә Әсғәт ағай янына барҙым.
— Тә-әк, Марсель туған, яҙыусы булып буламы? — тип, ғәҙәтенсә, асыҡ сырай менән ҡаршыланы ул. Ә миниатюраларымды уҡығас, былай тине: — Алға китеш бар. Тик һаман шул бер балыҡ башы: ҡыҫҡараҡ яҙырға тырыш. Аҙ һүҙ менән күп фекер әйтергә кәрәк. Ваҡыты еткәс, уның серен өйрәнерһең, әлбиттә. Их, туған, башың йәш шул әле.
Әсғәт ағай «башың йәш» тип, һаман йөрәккә ут һала. Ҡолаҡтан тартып ҡына ҙур үҫеп булмай шул. Белмәйем, ни эшләргә инде?
Әһә, таптым юлын! Алдағы йылда Яҙыусылар союзына һаҡал йәбештереп инәсәкмен. Әсғәт ағай минең «һаҡал»ды күрер ҙә: «Башы йәш түгел инде», — тиер. Ләкин шуға аптырап торам: миниатюраларҙан да ҡыҫҡараҡ нимә яҙып алып барырмын икән?