Күптән осрашҡаныбыҙ юҡ ине. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә - 100, Башҡортостан Яҙыусылар союзына 85 йыл тулған көндә дуҫ-иштәрең менән күрешеү - үҙе бер ғүмер. Кисә генә кеүек, беҙ - малайҙар - "Йәшлек" гәзитендә зыҡ ҡубып эшләп йөрөй инек. Һулдан уңға: Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфи, Рәлис Ураҙғолов.