Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Декабрь 2019, 11:40

Рауил Бикбаевтың көндәлектәренән.

Беҙ бәләкәй саҡта ауылға профессиональ театр бик һирәк килә торғайны.

РАУИЛ БИКБАЕВТЫҢ КӨНДӘЛЕКТӘРЕНӘН
Беҙ бәләкәй саҡта ауылға профессиональ театр бик һирәк килә торғайны. Ырымбурҙағы татар театрының спектаклен бер-ике генә күрҙем. Уның ҡарауы киноны йыш ҡуйҙылар. Уларҙы баһалауҙа халыҡтың төп критерийы: ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы? Башҡаса баһалау юҡ. Тик ике төрлө генә. Рәлиф Кинйәбаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдең тәүгеһе ҡыҙыҡ, икенсеһе ҡыҙғаныс булды. Режиссерҙар Илнур Муллабаевтың да, Гөлдәр Илъясованың да табыштары күп. Сәхнәләге тамашаларҙа һүҙ тапҡырлығы – төп талаптарҙан. Грибоедовтың “Горе от ума”һынан һуң күпме һөйләм ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнә бит. Хәҙер шул етмәй. Рәлифтең тырышып эшләүе ҡыуандыра.
Читайте нас: