Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Декабрь 2019, 11:15

БЕҘ КЕШЕ АЙЫРМАЙБЫҘ. Ә ҺЕҘҘЕҢ ҺАЙЛАУ МӨМКИНЛЕГЕ БАР.

“Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә урындағы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу башланды. Был мөмкинлек һеҙгә 12 декабргә тиклем бирелә.

БЕҘ КЕШЕ АЙЫРМАЙБЫҘ. Ә ҺЕҘҘЕҢ ҺАЙЛАУ МӨМКИНЛЕГЕ БАР.
“Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә урындағы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу башланды. Был мөмкинлек һеҙгә 12 декабргә тиклем бирелә.
“Ағиҙел” менән “Һәнәк” журналдары редакциялары Һеҙгә милли матбуғатҡа ярҙам итеүегеҙҙе һорап мөрәжәғәт итә, сөнки беҙ кеше айырмайбыҙ, ә Һеҙҙең һайлау мөмкинлеге бар. Ул нимәлә сағыла һуң?
Иң бәләкәстәргә – “Аҡбуҙат”, үҫмерҙәргә – “Аманат” һәм “Йәншишмә”, ә йәштәргә – “Йәшлек” һәм “Шоңҡар”, өлкәндәрҙе “Ағиҙел”, “Башҡортостан”, “Һәнәк” көтә.
Милли матбуғат саралары Һеҙҙең аныҡ ярҙамды көтә! Гәзит һәм журналдарға яҙылығыҙ, өлкәндәргә ярҙам итегеҙ, дуҫтарығыҙға бүләк сифатында бирегеҙ!
Ҡыҙыҡ бит, Яңы йыл байрамы үткән, мажаралар онотолған, ә Һеҙҙең күптән ҡағыҙ төҫө күрмәгән йәшнигегеҙҙә ағарып әллә “Аҡбуҙат”, әллә “Ағиҙел” күренә, бәлки “Аманат” йә “Һәнәк”тер...
Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ, яратығыҙ!..
Читайте нас: