Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2019, 11:20

Йылға

Йыл һәм йылға – бер тамырҙан,Йылға булып йылдар аға...

Салауат ӘБҮЗӘР
ЙЫЛҒА
Йыл һәм йылға – бер тамырҙан,
Йылға булып йылдар аға.
Ярға ҡаҡҡан тулҡын кеүек
Йөрәктәргә йылдар ҡаға.
Көндәр, айҙар тулҡындары
Маңлайҙарға һырҙар һала.
Һәр беребеҙ үҙ һалында
Ағып бара шул йылғала.
Сауаплылар, гонаһлылар,
Динлеһе һәм динһеҙе лә
Бер көн барып ҡушыласаҡ
Мәңгелектең диңгеҙенә...
Был донъяның еҫен, төҫөн
Тик бер генә татыр өсөн,
Беҙ күктәргә ынтылырбыҙ, –
Ысыҡ булып ҡайтыр өсөн...
Читайте нас: