Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2019, 13:10

Ике Фәтҡулла

Ауылыбыҙҙың ике осонда ике Фәтҡулла йәшәне. Берәүһе йәш, көслө, икенсеһе зәғиф. Хәҙер икеһе лә мәрхүм инде. Үлгәндәр хаҡында тик яҡшы һүҙ генә һөй-ләйҙәр, йә өндә-шмәй ҡалалар, шуға күрә әйтерем теге, ғәйрәтлеһе хаҡында түгел, сулаҡ Фәтхулла тураһында.

Һуғыштан һул ҡулын төбөнән өҙҙөрөп ҡайтҡайны ул. Шул килеш тә зәғифлегенә һылтанып шөғөлһөҙ ултырманы, колхоз өмә ойошторһа иң тәүгеләрҙән булып сыҡты, салғыһының осон нығытып муйынына бәйләй ҙә уң ҡулы менән тотҡаға йәбешеп, алдан төшә лә китә. Һыр биреп берәйһен алдына сығарһасы, аҙ ғына ял итһәсе! Битенән шыбырҙап тир аға, күлдәге еүешләнеп тәненә йәбешкән, саманан тыш көсөргәнеүҙән күҙҙәренә ҡан һауған, ә ул йылмая, кәмселегенә үс итеп, бар тирә-яҡты балҡытып йылмая! Унан ҡалһа ыҡсым ғына балтаһын ҡулында уйнатып оҫталыҡ менән шөғөлләнде. Ул бураған йорттар, япҡан өй ҡыйыҡтары, семәрләп ҡалҡытҡан урыҫ ҡапҡалары һаман да ауылды йәмләп күҙ алдында тора. Сулаҡ Фәтҡулла үҙенән һуң йәм ҡалдырып китте, эшләгәндәре уның икенсе ғүмерен кисерә, ә ағзалары теүәл, бирелгән бер ғүмерен дә лайыҡлы, әҙәмсә йәшәй алмаған, көнитмешенә яратмай, екһенеп ҡараған, ватыу-емереүҙән башҡаны белмәгән теге имгәкте – сәләмәт Фәтҡулланы – бөгөн берәйһе иҫләй микән?
Читайте нас: