Дөрөҫөн әйткәндә, төньяҡ-көнбайышта йәшәүселәр араһында үҙенең тарихи сығышы менән ҡыҙыҡһыныусылар, шәжәрә төҙөргә теләүселәр, ябай ғына итеп әйткәндә, башҡортлоғон танырға теләүселәр ифрат күп. Хәҙер уйлап ҡуям, заманында телдәге үҙенсәлектәргә һылтанып, беҙ үҙебеҙ ҙә тарихи милләттәштәребеҙҙе ситкә типмәнекме икән?
Альберт Исмаил, мәҫәлән, башҡорт әҙәби телен ныҡлап өйрәнергә, шул телдә ижад итергә теләй. Уның был ғәмәлен яҡындары ла тыныс ҡабул иткән һәм хуплаған. Альберт үҙенең башҡортлоғон сәйәсиләштереүҙән алыҫ тора, сөнки татар менән башҡорт араһында асыҡтан-асыҡ ҡапма ҡаршылыҡ, ҡаршы тороу борон-борондан булмаған.
Көньяҡтарға, төньяҡтарға айырыу, башҡорттарҙы тел үҙенсәлеге буйынса бәхәсләштереү, “сафтарға” һәм “саф булмағандарға” бүлеүҙе бөтөрөү маҡсатында хәҙер Башҡортостанда “Без – башкортлар” йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Альберт Исмаил яңы хәрәкәттең иң әүҙем ағзаларының береһе. Әйткәндәй, яңы ойошма яңынан-яңы ағзалар менән тулылана һәм үҙенең көсөн күрһәтеп өлгөрҙө.
Дөрөҫ, башҡортлоғон танығандарға еңел булмаҫ. Уларҙы аҙашыуҙа, хатта һатылыуҙа ғәйепләйәсәктәр, мәғлүмәт һуғышы йәйелдерәсәктәр. Ә һеҙ, милләттәштәр, икеләнмәгеҙ һәм ҡурҡмағыҙ. Тарихи хәтер, ата-бабаларығыҙ иҫтәлегенә тоғролоҡ һәм күпселек һеҙҙең яҡта. Беҙ һеҙҙең менән бергә.