Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2019, 17:20

УҘҒАН ҒЫНА ҒҮМЕР, ҠАЛҒАН ХӘТЕР...

Америка Ҡушма Штаттары – халыҡтарҙы ҡушҡан штаттар. Кисә Артурҙар уҡыған Мичиган университетының аграр факультеты (департамент тиҙәр) ойошторған раштыуа байрамында булдыҡ.

Америка Ҡушма Штаттары – халыҡтарҙы ҡушҡан штаттар. Кисә Артурҙар уҡыған Мичиган университетының аграр факультеты (департамент тиҙәр) ойошторған раштыуа байрамында булдыҡ. Уны Яңы йыл шыршылары байрамы тиергә мөмкин. Уларҙың ниндәйҙәре генә юҡ. Ингәс тә иң бейеге ҡаршы ала. Баҡһаң, ул әллә күпме сәскәле көршәктәрҙән йыйылып эшләнгән икән. Сәскәләр ҡыҙғылт төҫтә, шуға бында ингән һәр кемде ҙур ҡыҙыл шыршы ҡаршы ала. Артабан төрлөсә биҙәлгән әллә күпме ҙур булмаған шыршылар, һүрәттәр күргәҙмәләре һ.б. тамашалар. Бер мөйөштә музыка, трио уйнап ултыра. Берәй өлөшө тамамланыу менән ҡул сабалар. Икенсе урында эсемлек ҡойоп бирәләр, балаларға пакетҡа һалып печенье һымаҡ нәмә өләшәләр. Ысынлап та, халыҡтарҙы ҡушҡан штаттар икән был ил. Был байрамда кемдәр генә юҡ, барыһы ла балалар менән килгән. Ҡара төҫтәгеләрҙе элеккесә атарға ярамай, штраф түләтеүҙәре, хатта ултыртып ҡуйыуҙары бар. Улар, йәғни хәҙергесә афроамерикандар күп, кореец йәки ҡытайға оҡшағандар бик күп, аҡ американдарҙан аҙ түгелдер. Бөтәһе лә тиерлек инглиз телендә һөйләшә. Барыһы ла ошо илдең граждандары, АҠШ-тың дәүләт флагын хөрмәт итеүсе ил патриоттары. Бөтәһе лә булмаһа ла, күпселеге. Төрлө ил халыҡтарын, әллә ҡайһы тарафтарҙан бында яҙмыш килтергән, күптәре ҡол рәүешендә килтерелгән кешеләрҙе бергә ҡушып, уҡмаштырып барлыҡҡа килгән яңы дәүләт, яңы милләт – американдар. Рәсәйҙәге милләттәрҙе лә шулай бергә уҡмаштырып, Рәсәй халҡын булдырырға ынтылыусылар үҙебеҙҙә лә, ситтә лә аҙ түгел. Ләкин беҙҙәге хәлдәр бөтөнләй башҡаса бит. Рәсәй тигән һүҙ әле бөтөнләй булмаған саҡта уҡ беҙ ошо тыуған еребеҙҙә халыҡ булып ойошоп йәшәгәнбеҙ. Тарихи ватаныбыҙға тамырланғанбыҙ. Рус булмаған ундай милләттәр Рәсәйҙә бик күп. Уларҙы ассимиляциялау, әлбиттә, ныҡ бара. Ләкин уларҙан, рәсәйҙәр булһалар ҙа, көсләп бер Рәсәй милләтен барлыҡҡа килтереү килеп сыҡмаясаҡ. Рус халҡына хәҙер башҡа милләттәрҙе йотоу түгел, үҙен-үҙе һаҡлау тураһында нығыраҡ уйларға, нығыраҡ борсолорға кәрәк. Рустарҙың үҙҙәренә бөгөн яйлап-яйлап йотолоу ҡурҡынысы янамаймы ни? Себер рустары ҡытайҙар менән, Алыҫ Көнсығыштағылар япондар менән йылдан-йыл нығыраҡ аралашып, үҙҙәренең телен, милли асылын юғалтмаҫ тип кем гарантия бирә ала? Ҡытай карталарында Себерҙе Ҡытай биләмәләре итеп күрһәтәләр икән, улар сәйәсәтенең ҡайһы тарафҡа тоҫҡалғанлығы асыҡ күренә.
Читайте нас: