Башҡортостан етәкселеге юл мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ҙур еңеүгә өлгәште. 2020 йылдың 20 ғинуарында Өфөнән көнсығыш йүнәлештә тиҫтә йылдар самаһы элек төҙөлә башлаған дүрт һыҙатлы тоннель, М-5 һәм М7 федераль трассаларын тоташтырыусы юл, Өфө йылғаһы аша 2,7 км. оҙонлоғондағы күпер һәм эстакада ВТБ банкыһы һәм “Башҡорт концессион компанияһы” ҡул ҡуйған килешеүгә ярашлы, төҙөлә башлаясаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы 33,5 миллиард һум, 19,99 миллиард – федераль бюджеттан, 4,5 миллиард һум – республика бүлә, 9,1 миллиард концессионерҙар өлөшө.
Көнсығыш юлы 2023 йылға төҙөлөп бөтөргә тейеш. Юлды файҙаланыуға тапшырыу, Өфө йылғаһы аръяғын үҙләштереү яңы торлаҡ биҫтәләре төҙөүгә булышлыҡ итәсәк.
Хөкүмәт кәңәшмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан иҫәпләнгән дәүләт-шәхси партнерлыҡ проектын тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индергәндәре өсөн Хөкүмәт вице-премьеры Рәиф Әбдрәхимовҡа һәм Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа, уларҙың командаларына рәхмәт белдерҙе.
Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды, йәғни, Көнсығыш юлындағы тоннелдең арғы осонда яҡтылыҡ күренде, тип ҡыуанырға ғына ҡала. Ҡайҙалыр тиҫтәләрсә километрлы метролар һәм тоннелдәр төҙөлгән дәүерҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында оҙонлоғо ун километрҙан артмаған юл, күпер һәм тоннель төҙөлөшөнөң тормошҡа ашырылмауы күптәрҙе ғәжәпләндерә ине. Был эшкә яңы етәкселек, ихтыяр һәм ныҡышмалылыҡ талап ителгән икән. Хәйерле сәғәттә, төҙөүселәр! Беҙ был юлдың асылыуын күптән көтәбеҙ!