Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ноябрь 2019, 12:25

Донъя ап-аҡ ине...

Әбүзәрҙең хәтер һандығынанДонъя ап-аҡ ине

Донъя ап-аҡ ине...
Беренсе класта уҡып йөрөйөм. Атайым мәрхүм булғанда һалҡын ноябрь айы ине. Төндә ул сирләп киткәс, ялан аяҡҡа ҡата эләктереп, дауаханаға алып барыр өсөн ат һорарға сығып йүгерҙем. Ат табылманы... Өйгә ҡайтҡас, атайым һуңғы тапҡыр күҙҙәрен асып: “Бәхил булығыҙ!” – тине.
Бер көн үткәс атайымды атҡа һалып, мәңге ҡайтып булмай торған тарафҡа оҙаттылар...
Донъя ап-аҡ ине ул саҡта. Күңелдә ҡап-ҡара ҡайғы ине. Тормошта йәшәү менән йәнәш үлем барлығын сабый аҡылы менән тойоп, күҙҙәремдән йәш ағылды...
Ап-аҡ ҡарҙар яуа... Ер өҫтөн ҡарҙар япҡан саҡта йөрәк ниңәлер һиҫкәнеп ҡуям...
Читайте нас: