Ағиҙел
-2 °С
Болотло
75 лет Победы
ӘҘӘБИӘТ
ВК
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ТЕЛЕГРАМ
ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь 2019, 11:26
“Рәшит, тор, бутҡа беште!”
Был һүҙҙе иң беренсе бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдән 90-сы йылдар аҙағында ишеттем. Мостай ағай ниндәйҙер бер кәңәшмәгә килгәйне, залда ултырған Рәшит Солтангәрәевты күреп: “Рәшит, тор, бутҡа беште!” – тине.
Был хаҡта Рәшит ағайҙың апайҙары Мостай ағайға һөйләгән икән. Һуғыш йылдары, апайҙары Рәшитте уята алмай. Ас, хәлһеҙ бала йоҡлағандыр. Аптырағас, иң һуңғы һәм көслө дәлилде эшкә ҡушҡандар:
– Рәшит, тор! Бутҡа беште.
Малай тиҙ генә һикереп тора һәм уталасыҡҡа йүгерә. Ә унда сәйҙән һәм үләндән башҡа бер нимә лә юҡ.
Читайте нас в