БР Мәҙәниәт министры хаталанғандарҙы ла, ҡыуанғандарҙы ла тиҙ урынына ултыртты. Баҡ тиһәң, Рәсәй министрына бик үк дөрөҫ булмаған һандар тотторғандар. Мәҫәлән, Әминә Шафиҡова белдереүенсә, мәҙәниәт учреждениеларына йөрөү күрһәткестәре буйынса беренсе урында – Мәскәү (50,9 млн. кеше), икенсе – Санкт-Петербург (44,8 млн.), өсөнсө урында – Башҡортостан (43,3 млн.), ә Татарстан – дүртенсе урында (26,7 млн.).