Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь 2019, 18:15

Беҙҙә һәр кеше иҫәптә. Республикала үлем осраҡтары кәмей.

Ҡайғылы статистика өмөт уята аламы? Башҡортостанда үлем осраҡтарының кәмеүенең сәбәбе ниҙә? Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 2019 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары ҡаралды.


Быйыл Башҡортостанда үлем осраҡтарының кәмеүе ҡыуандыра. Әлеге ваҡытта ҡайғылы статистика 1000 кешегә 12,2 кеше тәшкил итә. Йомғаҡлап әйткәндә, быйыл ғүмерҙәре өҙөлгәндәр һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, 1322-гә кәмерәк.
Контрафакт араҡыға ҡаршы көрәш үҙенең емештәрен бирә. Алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып үлеү осраҡтары 47 процентҡа кәмегән. Янғындарҙа һәләк булыусылар 36,7 процентҡа, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар 15,4 процентҡа кәмерәк теркәлгән. Башҡа сәбәптәрҙән вафат булыусылар 10 процентҡа аҙыраҡ.
Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу, йәшәү оҙайлығын арттырыу Республика Хөкүмәтенең төп бурыстарының береһе булып ҡала. Республика Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр һанын 4,1 миллионға еткереү бурысын ҡуйғайны. Бының өсөн тыуымды арттырырға, төрлө фажиғәләрҙән һәләк булыуҙы кәметергә, башҡа төбәктәрҙән юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итергә һәм башҡалар талап ителә. Белгестәр сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыу төбәктә йәшәүселәр һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләй.
Читайте нас: