Ата-бабам өсөн ете ҡат тун
Булған әүәл Бөрйән урманы.
Аллаһ биргән ошо ниғмәттән тыш
Булмаған да башҡорт торғаны...
Атай мәрхүм бер һунарсы ине –
Эй ҡыҙырҙы урман-ҡырҙарҙы.
Болан, һуйыр ите – өҫтәл һыйы –
Эй һағынам ошо йылдарҙы...
Кандауай ҙа ғына ҡарағайҙар
Бөрйән урмандары – шырлыҡ түгел,
Күренәләр, ана, үтәләй...
"Селена"һы килде ҡырғын булып,
Ҡытай хәҙер морон төртәлер.
Бөрйән ағасының яҙмыштары
Ҡытайҙарҙан, осһоҙ булған өсөн,
Утын алдым – баҙар шарттары...
Ошо хәлде белһә, ҡәберенән
Торор ине ау(ы)лым ҡарттары...
Урыҫтыңмы аңһыҙ сәйәсәте,
Китеүеме башҡорт хутының –
Өйөм йылы. Тик күңелде генә
Һис йылытмай ҡытай утыны...