Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ноябрь 2019, 11:56

Көнхисап иҫегеҙгә төшөрә. Иғтибар итегеҙ, яңы рубрика!

Баяғы, көнхисап тигәнебеҙ, ҡәҙимге календарь була инде. Әйҙәгеҙ, әлеге йома ошо һүҙҙе әйләнешкә индереп ҡарайыҡ. Бәлки нығынып та ҡуйыр.

Ә бөгөн Бөтә Рәсәй армия сафына саҡырылыусылар көнө. Улдарыбыҙ армияға китергә әҙерләнә, тулҡынланып оҙатабыҙ. Иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар, бер йыл, ун ике ай, 52 аҙна, 365 көн күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Хәрби кейемдә оҙон буйлы здарауай егет килеп алдығыҙға баҫһа, улығыҙҙы танымай ҙа торорһоғоҙ әле.
Бөгөн шулай уҡ ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделениелары көнө. Бында нимә әйтәһең инде, бар беҙҙә бандиттар, кеше талаусылар, тимәк, уларҙың ҡара эшенә кәртә ҡуйыусылар, беҙҙе яҡлаусылар ҙа бар. Улар үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, енәйәтселәрҙе ҡоралһыҙландыра һәм фашлай. Үкенескә ҡаршы, беҙҙе яҡлаусылар араһына, киреһенсә, һатылыусылар, бандиттар мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар ҙа килеп эләккеләй. Беҙҙең бәхеткә, улар күп түгел, берәм-һәрәм генә, бөгөн һүҙ улар хаҡында ла түгел. Үҙ ғүмерҙәрен аямайынса ябай кешеләрҙең мәнфәғәттәрен ҡаһармандарса яҡлаусылар күпселек һәм беҙ уларға таянабыҙ, ышанабыҙ, өмөт менән ҡарайбыҙ. Рәхмәт һеҙгә, беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлаусылар!
Читайте нас: