– Донъя ла донъя, тиһегеҙ. Нимә һуң ул донъя? – тип һораған атаһынан балиғ булып еткән улы.
– Һорауың үҙеңдән оло. Үҙе хаҡ! Уға бер һүҙ менән генә яуап биреүе ауыр… Һин күреп, белеп, йәшәп ҡарап, ғүмер буйы яйлап төшөнөргә мөмкин бары. Тик төшөнөүҙең дә төшлөгөнә етерем, тимә, тигән атаһы.
Сәйәхәткә сығып киткән улы. Аҡһаҡал: “Донъя – ул һин йәшәгән тирә-йүн… Булмышы, тормошо, үрнәге, ғибрәте – барыһы донъя…”
Ҡуй көтөүсе: “Донъямы? Бына мин көтөп йөрөгән көтөү шикелле ул донъя. Донъя көтәһең. Йәшәйһең, ниҙер артынан ҡыуаһың, етергә тырышаһың, әллә ниҙәр көтәһең, көтә-көтә. Ҡыуа-ҡыуа, һиҙҙермәҫтән үҙең дә донъянан үтәһең. Бер ҡараһаң, бынау ҡуй көтөүем кеүек, донъя һинең ҡулда: төптән уйлаһаң, һин үҙең донъя ҡулында. Әйттерәһең килһә, был донъяла һәр кем – көтөүсе. Кем дә ни ҙә булһа көтә…”
Һунарсы: “Һәр нәмәнең, һәр тереклек эйәһенең үҙ донъяһы. Мин һунар итәм: минең донъям. Мин йәндәрен ҡыйыр йәнлек-кейектең үҙ донъяһы… Донъяла шундай донъялар донъя саҡлы…”
Ҡалаға барып юлыҡҡан егет. Ҡаланың үҙ донъяһы. Сәнәғәт, сәнғәт донъяһын күргән.
Вәзир ил, донъя-ара хәлдәр, йондоҙнамәсе күк ғаләме менән таныштырған.
Әкиәтсе әкиәт донъяһын асҡан.
Шағир шиғриәт донъяһын тасуирлаған.
Дин әһеле: “Беҙ йәшәгәне – фани донъя. Теге донъя бар – уныһы баҡый,”– тигән.
Юл йөрөп ҡайтҡан улына атаһы: “Мин һине донъяға килтерҙем. Донъя көтөү, уны үҙ итеү, кеше булыу – инде һинең эш,” – тигән…