Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ноябрь 2019, 11:51

Ҡаҙ өмәһе ҡотло булһын! Һаҡ булығыҙ: ҡаҙ бото.

Беләбеҙ, беләбеҙ, һауа торошо менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ, машинағыҙҙы йыуаһығыҙ, күстәнәстәр барлайһығыҙ, урындар буш ҡалмаһын, аҡсалы пассажир эҙләйһегеҙ. Ҡыҫҡаһы, һеҙҙе ауылда ҡаҙ өмәһендә көтәләр.

Ярай әле, боҙлауыҡ юҡ, ҡайтып еттегеҙ, ихата тулып 40-лап ҡаҙ борсоулы ҡаңғылдаша. Ир-ат тиҙ генә һуйып бирер, көнө буйы ҡаҙҙарҙы эшкәртә-эшкәртә ҡулығыҙ ҡалмаҫ, һыуға төшөрөп, сайып та алырһығыҙ, ә кисен мул табын көтә.
Ә һеҙ беләһегеҙме, ҡаҙ, ни тиклем һимертһәң, шул тиклем зыянлы, хатта тиреһен һыҙырып, эт йә бесәйгә ырғытыу ҙа ярҙам итмәй. Эсе генә тулы холестерин. Әлбиттә, холестериндан башҡа аҙыҡ-түлек юҡ, ләкин ул ҡаҙ итендә күберәк.
Шуға күрә, йәкшәмбе төштән һуң ҡуҙғалыр алдынан һеҙгә күстәнәс сифатында (ниндәй күстәнәс булһын, ирең менән икәүләшеп ошо түшкә өсөн күпме бил бөктөгөҙ, әйтерһең, ғүмер буйы ҡаҙ ите ашағанығыҙ юҡ инде) тотторолған ҡаҙҙы 5-6 өлөшкә бүлеп, көн һайын береһен ҡаҙанға һалғансы, ҡат-ҡат уйлағыҙ: һаулыҡ ҡәҙерлеме әллә майлы итме?
Ярай, ни эшләйек, беҙ умырып, ит ашап өйрәнгән халыҡ бит инде. Көн һайын ҡаҙ ите эләкмәй, бер ашағандан әллә нимә булмаҫ.
Түшкәләрегеҙ һимеҙ, аштарығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: