Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2019, 10:52

Ҡунаҡ

Әбүзәрҙең хәтер һандығынан...

Ҡунаҡ
Тиҙҙән һуғым осоро етә. Ошо уңайҙан бер хәл иҫкә төштө.
Көҙ. Ер йөҙөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған. Ул саҡта мин Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында урынлашҡан “Йондоҙ” гәзитендә эшләп йөрөй инем. Ауылға ялға ҡайтырға тип, автовокзалға килдем. Унда йәш кенә бер лейтенант ултыра. Һөйләшеп киттек. Украин егете булып сыҡты. Ҡайҙа барырға белмәй, аптырап ултыра икән. Баҡһаң, беҙҙең райондағы бер ауылдан армияла хеҙмәт иткән егет юғалған. Шуны эҙләп йөрөүе. “Ҡуныр урының булмағас, әйҙә, беҙгә. Тик минең ауыл бынан 50 саҡрым”, – тим. Төнө буйы автовокзалда кемдең ултырғыһы килһен – ризалашты.
Ҡайтып төштөк. Беҙҙә әле генә мал һуйып, өҫтәл әҙерләп торалар ине. Ултырыштыҡ. Һәр кемдең алдына туҫтаҡ тулы ит (өлөш) ҡуйғас, егеттең күҙе шар булды...
Ҡунаҡты ауылды күрһәтергә алып сыҡтым. Һуғым осоро бит, кемгә кермә – өҫтәл тулы ит. Ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлайҙар.
Ике көн һыйланып, Красноусолға киттек. Хушлашҡанда был лейтенант: “Башҡорттар ҡунаҡсыл халыҡ тигәнде ишеткәнем бар, ләкин был тиклем үк тип күҙ алдына килтермәгәйнем!” – тине. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: “Ул тиклем итте нисек ашайһығыҙҙыр?!..”
Һуғым осоро икәнен белмәй ине шул...
Читайте нас: