Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2019, 15:54

Кисенбикә оҡшанымы?

Әбүзәрҙән әҙип мәҙәктәре

Табанан төшкән мәҙәк
Кисенбикә оҡшанымы?
Ашхананан сығып, эшкә китеп барам. Ауылда йәшәгән бер яҙыусы ҡаршыға килеп сыҡты.
– Һин Салауат бит әле? – тине ул, күрешеп. – “Ағиҙел”дә эшләйһең, шулаймы?
– Эйе.
– Ҡарале, һинең яҙғандарыңды уҡып барам!.. Шәп яҙаһың, әй!.. Маладис!.. Шатланам!..
Мин ни, ҡыуанып китеп:
– “Кисенбикә” оҡшанымы һуң? – тим, “Кисенбикә юлы” повесын күҙ уңында тотоп.
– Ат-а-аҡ!.. – тип һуҙҙы был. – Һин ҡайҙан беләһең? Уның исеме Кисенбикәме ни? Ул миңә Р. тигәйне. Ҡара, ҡара, кисә генә танышып, йоҡлап сыҡҡайным... Уже бөтә донъя белә!..
Читайте нас: