Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ноябрь 2019, 12:50

Әйҙә, беҙгә -ҡунаҡҡа...

Бабай саҡ ҡына “кәйефләнеп” алған саҡтарында урамға сыға ла осраған һәр кешегә: “Әйҙә, беҙгә – ҡунаҡҡа!” – ти.

“Әйҙә, беҙгә – ҡунаҡҡа!..”
Ауылыбыҙҙың иң өлкәндәре йәшенә еткән Тимербай бабай мәрхүм инде хәҙер. Йәне йәннәттә булһын!
Бабай саҡ ҡына “кәйефләнеп” алған саҡтарында урамға сыға ла осраған һәр кешегә: “Әйҙә, беҙгә – ҡунаҡҡа!” – ти. Был ҡылығын кешеләр белеп бөткән – бармайҙар. Уның өйөндә берәү ҙә ҡунаҡ көтөп ултырмай...
Бабайҙың ошо ҡылығында халҡыбыҙҙың йомартлығын күрәм. И, башҡорт!.. Бөтә донъяны ҡунаҡҡа саҡырырлыҡ киң күңел шул һиндә!
Был ихласлыҡ бөтөп бара хәҙер. Күршеләр генә түгел, туған менән туған әллә ни аралашып бармай...
Читайте нас: