Башҡалар ҡағыҙ, ҡәләм тапҡансы, китабының сыҡҡанын һәм илһам килгәнен көткәнсе Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, егәрле һәм тынғыһыҙ Ринат Камал “Ҡурай” исемле роман ижад иткән.
Романды әлегә авторҙың ҡәләмдәштәре ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый һәм проза секцияһының 19 ноябрҙә үтәсәк ултырышына фекер туплай.
Әҫәрҙә һүҙ, исеменән үк күренеп тороуынса, ҡурай һәм уның тирәһендә барған урыны менән ваҡ-төйәк һымаҡ тойолған ығы-зығы, интригалар хаҡында.
Заманында Ринат Камал, берәүҙәр уйларға ла ҡурҡҡан, икенселәр оноторға теләгән “Мединститут эше” һымаҡ ҙур роман яҙып, донъяны шаулатҡайны. Хәҙер килеп, әҙәбиәт донъяһына “Ҡурай” сыға. Артабанғы мәғлүмәттәр “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” сайттарында.